Үҙенең сығышында ул «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосынан өҙөк һөйләне. Өҙөктә геройҙың үгеҙ менән алышы хаҡында бәйән ителә.
Эмир әйтеүенсә, ул студияла бер ҙә тулҡынланмаған, алып барыусының һорауҙарына яуап биргән һәм хәҙер телевизорҙан күрһәтеүҙәрен түҙемһеҙлек менән көткән.
– Беҙ әсәйем менән эпостарҙы һәм башҡа халыҡ әкиәттәрен уҡыныҡ, әммә "Урал батыр" миңә барыһынан да нығыраҡ оҡшай, һәм мин тапшырыуҙа үҙемдең яратҡан эпизодымды һөйләнем. Мәскәүҙә өләсәйем һәм олатайым менән бер аҙна буйына булдыҡ, бик күп ҡыҙыҡлы нәмәләр күрҙек, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Эмир.
Фото: Скриншот.
Сығанаҡ: Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы.