Ул 1928 йылдың 23 февралендә хәҙерге Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылында тыуған.
Иғтибарығыҙға Әнғәм Атнабаевтың "Ҡара икмәк" тигән шиғырын тәҡдим итәбеҙ.
ҠАРА ИКМӘК
Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,
Имеҙлеккә һалып биргән дә
Үҙе киткән ураҡ урырға.
Илағанмын,
ләкин сыҙағанмын —
Икмәк менән була торорға.
Ҡара икмәк бәләкәйҙән таныш,
Беләм уның ҡиммәт икәнен,
Бер телеме өсөн кешеләрҙең
Таңға тиклем сират көткәнен.
Ҡара икмәк ҙур мәсьәлә булған:
Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,
Ҡош телендәй шул грамдар өсөн
Һуғышҡандар,
хатта үлгәндәр...
Шул саҡтарҙы онотабыҙ, буғай,
Әйтерһең дә, күктән төшкәнбеҙ.
Беребеҙ ҙә күктән төшмәгәнбеҙ,
Ҡара икмәк ашап үҫкәнбеҙ.
Ул ваҡыттар мәңге кире ҡайтмаҫ,
Беҙ ашайбыҙ хәҙер ҡаласын.
Тик ҡаластың тәмен белер өсөн
Онотмайыҡ уның ҡараһын.
Онотмайыҡ,
йәйге селләләрҙә
Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен,
Онотмайыҡ,
бәрәкәтле ерҙең —
Ҡара ерҙең ҡара икмәген!
1960
Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән алынды.