Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры сәхнәләштергән "Бөйрәкәй" спектакле тамашасыларҙың һөйөүен яулағайны.
Рәсәй милли театр премияһы һәм «Алтын битлек» фестивале тураһындағы положениеға ярашлы, премияға дәғүә итеүселәрҙе билдәләү өсөн спектаклдәрҙең видеояҙмалары нигеҙендә алдан һайлап алыу үткәрелгән. Һөҙөмтәләр иһә 2024 йыл аҙағына тиклем билдәле буласаҡ.
Был спектаклдә (режиссеры — Айрат Әбүшахманов) балалар ҙа уйнай. Киләсәктә улар менән яҡындан таныштырырбыҙ әле.
Фотолар: vk.com.