15 декабрь көнө көслө шторм арҡаһында ике йөк судноһы батып, меңәрләгән тонна мазут диңгеҙ буйлап йәйелде. Тәбиғәткә ҡот осҡос зыян килтерелде, күпме хайуан-ҡош һәләк булды. Айырыуса Анапа ҡалаһы ярҙарына мазут ныҡ йәйелгән.
Мазут кеше һаулығы өсөн дә ныҡ хәүефле. Йәйгә ҡарай яр һәм һыу таҙартып бөтөләсәк, тиһәләр ҙә, икенсе урындарҙа ял итеү яҡшыраҡ булыр.
Фото: yandex.ru.