Майҙа Башҡортостан студент отрядтары етәксеһе урынбаҫары Иван Шатов «Алтай.Үҫеш биләмәһе» йәштәр мәғариф форумында 800 мең һумлыҡ грант отҡайны. Уның «Беҙҙең округ – көс!» тигән проекты төбәк-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән. Бына ошо программа буйынса ойошторолдо ла инде Волга буйы округы студент отрядтарының әүҙем ағзалары йыйыны.
Проектта 14 төбәктән 70-ләгән студент ҡатнашты. Төп сара Нөгөш һыуһаҡлағысы буйлап сәйәхәт булды. Әүҙемселәр Башҡортостандың гүзәл тәбиғәтенә һоҡланып ҡына ҡалманы, проекттың маҡсатына ярашлы, киләсәккә пландары, идеялары менән дә уртаҡлашты.
Волга буйы округы студент отрядтары штабы етәксеһе урынбаҫары Сархан Гришин проекттың мөһимлеген билдәләне. Ошондай саралар илебеҙҙә Рәсәй студент отрядтарының иң көслө йәштәр ойошмаларының береһе булараҡ нығыныуына булышлыҡ итә, тип белдерҙе.
Фото: com.
Мәғлүмәт: https://vk.com/rso_bashro