

Ул "Халыҡ ижадын – балаларға" программаһы буйынса Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығы, Рәсәй Халыҡтар дуҫлығы йорто, Башҡортостан хөкүмәте, Республика халыҡ ижадын үҫтереү үҙәге ярҙамында ойошторола.
Сараға илдең 80 төбәгенән конкурс нигеҙендә һайлап алынған 78 ижади коллектив һәм 8 солист саҡырылған. Барлығы – 1100 кеше. Тәүге балалар фольклориадаһы 2022 йылда Сыуаш Республикаһында үткәйне. 2024 йылда иһә Татарстанда II Бөтә донъя балалар фольклориадаһына илебеҙҙең 80 төбәгенән иң яҡшы ижади коллективтар йыйылды.
Бөгөн Өфөлә уҙасаҡ фестивалгә әҙерлек тураһында матбуғат конференцияһы үтте. Ойоштороусылар белдереүенсә, сара 24 июндә "Башҡортостан" концерт залы алдындағы майҙансыҡта сағыу тамаша менән башланып китәсәк. Дуҫлыҡ әйлән-бәйләненән һуң төрлө милләт балалары – йәш артистар тантаналы парадта Ленин урамы буйлап Совет майҙанына юлланасаҡ. 18.00 cәғәттә Балалар фольклориадаһын асыу тантанаһы башлана.
Көн һайын Совет майҙанында илебеҙ төбәктәренән килгән фольклор коллективтары сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ 24-ендә – Рәсәйҙең халыҡ артискаһы Марина Девятованың, 25-ендә – АЙ ЙОЛА-ның, 26 июндә Зәйнетдиндең концерттары буласаҡ.
Дуҫтар, был ҙур байрамда һеҙҙе көн һайын мауыҡтырғыс саралар, оҫталыҡ дәрестәре, йыр-бейеү флешмобтары, декоратив сәнғәт өлгөләрен эшләү буйынса практик дәрестәр, Рәсәй халыҡтары уйындары көтә.
Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: 25 июндә 11.00 – 17.00 сәғәттә ҡалабыҙҙың төрлө урындарында – "Беренсе май", "Дим" мәҙәниәт һәм ял парктарында, И.Якутов исемендәге паркта, "Тулҡын" скверында Фольклориадала ҡатнашыусылар сығыш яһаясаҡ, мауыҡтырғыс саралар ойоштороласаҡ. Балалар фольклориадаһының символы – башҡорт милли кейемендәге матрешка.
Әлбиттә, эшлекле программа ла ҡаралған. "Торатау" конгресс-холында "Фольклор һәм балалар: йолалар аша берҙәмлеккә" тип аталған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙа.
Фольклориаданы ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 26 июндә була.
Автор һәм Валерий Шахов фотолары.