+17 °С
Ясно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Сентября , 08:45

Герой әсәйҙәргә — бер миллион аҡса

2027 йылдың 1 ғинуарынан "Герой-әсә" исеменә лайыҡ булған ҡатындар бер миллион һум күләмендә аҡса ала башлаясаҡ. Рәсәйҙең Социаль фонды аша бүленгән был түләү бер тапҡыр ғына биреләсәк, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Герой әсәйҙәргә —  бер миллион аҡсаГерой әсәйҙәргә —  бер миллион аҡса
Герой әсәйҙәргә — бер миллион аҡса

Был хоҡуҡтан файҙаланыу өсөн "Герой-әсә"ләргә үҙҙәренә документтар йыйырға, ғариза яҙып тапшырырға кәрәкмәй.

«Герой әсә» исеме социаль яуаплы ғаилә шарттарында ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға бирелә. Ошондай исемгә лайыҡ булған ҡатындар сираттан тыш бушлай медицина ярҙамынан, йылына бер тапҡыр бушлай шифаханаға юлламалар алыу хоҡуғынан файҙалана ала.

Сығанаҡ: bashinform.ru

Фото: info/attachments

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас