-4 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Сентября , 10:30

Республикала XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк

25-26 сентябрҙә Өфөлә һәм республикабыҙҙың төрлө райондарында ойоштороласаҡ был байрам быйыл күренекле рус яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арнала.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәкРеспубликала XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк
Республикала XXXVI Халыҡ-ара Аксаков байрамы үтәсәк

Халыҡ-ара Аксаков байрамы - республикабыҙҙың ғына түгел, бөтә Рәсәйҙең мәҙәни тормошонда сағыу ваҡиғаларҙың береһе ул. Унда яҙыусылар һәм журналистар, ғилми хеҙмәткәрҙәр, әҙәби музейҙар директорҙары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре әүҙем ҡатнаша. 

Байрамдың маҡсаты булып мәҙәни традицияларҙы һаҡлау һәм арттырыу, балаларға һәм йәштәргә патриотик тәрбиә, тарихи белем биреү, аксаковтар ғаиләһе мираҫын популярлаштырыу тора. Быйыл байрам Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы һәм Башҡортостан республикаһында ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә уҙғарыла. Башҡортостандың барлыҡ ҡала һәм райондарында намыҫ һәм әхлаҡ дәрестәре, мәктәптәрҙә мәғрифәтселек программалары, китапханаларҙа һәм белем биреү учреждениеларында китап күргәҙмәләре, шулай уҡ әҙәби осрашыуҙар ойошторола.

Байрамға Болгария, Сербия, Германия, Финляндия илдәренән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар киләсәк. 

Өфөлә Сергей Аксаковтың мемориаль йорт-музейы байрамдың төп майҙансыҡтарының береһе буласаҡ, унда халыҡ «Аксаков һәм рус яҙыусылары» күргәҙмәһе менән таныша ала. Экспозицияла күренекле авторҙың әҙәби мираҫы тупланған. Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн Аксаков исемендәге баҡсала ҙур программа ойошторола, унда концерт, аш-һыу биләмәһе, һөнәрселек йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү ҡаралған. 

26 сентябрҙә байрамдың абруйлы ҡунаҡтары «Аксаков сирене» экологик акцияһында ҡатнаша. Улар Башҡортостандың яҙыусыһы менән бәйле иҫтәлекле урындарҙа сирень ағастары ултыртасаҡ.  

Байрамдың төп ваҡиғаһы 27 сентябрҙә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында, элекке Аксаков халыҡ йортонда үтә. Тантаналы кисәлә сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар, яҙыусылар берләшмәһе вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм колледждары студенттары ҡатнашасаҡ.

Сара барышында Сергей Аксаков исемендәге әҙәби премия, Григорий Аксаков ордендарын тапшырыу, шулай уҡ Өфө ҡала Советының Сергей Аксаков исемендәге асыҡ премия лауреаттарын бүләкләү тантанаһы ла була.

 

Фото: belprost.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас