+17 °С
Ясно
VKOKМакс

Балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрҙе

1 октябрҙән Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте индерелә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрҙеБалалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрҙе
Балалар өсөн комендант сәғәте режимы үҙгәрҙе

Тимәк, балаларға киске сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында ата-әсәләре йәки законлы вәкилдәре менән генән йөрөргә рөхсәт ителә.

Тыйыу урамдарға, стадиондарға, майҙандарға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына, пляждарға, скверҙарға, ихаталарға һәм күп фатирлы йорттарҙа дөйөм ҡулланылыштағы урындарға, йәмәғәт транспортына, вокзал биләмәләренә һәм биналарына, йылға порттарына, аэропорттарға, интернет-кафеларға ҡағыла.

Әгәр баланы полиция хеҙмәткәрҙәре тота икән, уның ата-әсәһе йәки опекуны административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.

Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru

Фото: avatars

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас