

Уны республикабыҙҙың мәҙәниәт министрлығы булышлығында «АРТМОДЕРН» матурлыҡ, мода һәм талант академияһы ойоштора.
Бәйгелә 4-17 йәшлек 100-ҙән ашыу конкурсант һынау тотасаҡ, улар араһында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡыҙҙары һәм улдары ла бар.
Конкурстың финалы 2026 йылдың 8 ноябрендә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә үтә. Бәйгеселәр таныштырыу, ижади ярыш, үҙ һәләтен күрһәтеү, киске күлдәк һәм милли кейемдәрҙә дефиле күрһәтеү буйынса көс һынашасаҡ.
Сығыштарҙы мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, билдәле шәхестәр, модель бизнесы вәкилдәре һәм конкурс партнерҙарынан торған абруйлы жюри баһалаясаҡ. Конкурсанттар йәш категорияһына ҡарап, бер нисә төркөмдә бүләкләнәсәк. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы дипломдар, таждар, таҫмалар һәм ҡиммәтле бүләктәр көтә. Төп титулға эйә булыусылар Рәсәй һәм Халыҡ-ара конкурстарҙа, фестивалдәрҙә Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһау хоҡуғына эйә буласаҡ.
Ҡатнашыу өсөн электрон ғариза бирергә кәрәк. Адресы: E-mail: artmodern@list.ru йәки +7 (917) 400-70-80 телефоны буйынса шылтыратырға.
Сығанаҡ һәм фото: bashinform.ru