

Бөтә донъя бала көнө 29 ноябрҙә билдәләнһә, ә Тайвандә бөгөн байрам итәләр икән.
Был илдә кескәйҙәргә ҡарата тәрбиә ҡаты. Ҡытай йәмғиәтенә хас буйһоноу, өлкәндәрҙе ихтирам итеү, тәртиплелек кеүек сифаттарҙы иртә йәштән сыныҡтыра башлайҙар. Төрлө яҡтан үҫешкән балаға артабан һәйбәт белем алыуы, яҡшы эш табыуы еңелерәк.
Тайвань мәктәптәрендә уҡыусыларға ҡытай теле, иероглиф яҙма, тәбиғи фәндәр, әҙәбиәт, математика, һүрәт төшөрөү, музыка дәрестәре инә. Бынан тыш, инглиз телен уҡыу мотлаҡ һанала. Үҫмер уҡыусыларҙың ғәҙәти белем алыу көнө иртәнге сәғәт етенән киске сәғәт һигеҙ-туғыҙҙарға тиклем дауам итә. Уларҙың ғаилә менән ялын үткәреүгә ваҡыты ҡалмай тиерлек. Бына шуның өсөн дә бөгөнгө Балалар көнө бик мөһим. Сөнки был байрамдың бурыстарының береһе – балалар һәм ата-әсәләр араһында бәйләнеште нығытыу.
Фото https://sealcon.livejournal.com/23439.html алынды.