+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был ниндәй көн икән?
4 Апрель 2022, 10:09

С витамины

Һырғанаҡ, гөлйемеш, ҡыҙыл һәм ҡара ҡарағат, алма, лимон, ҡара миләш, кәбеҫтә, татлы борос, ҡуҙғалаҡ... Исемлекте тағы ла дауам итергә була.

С витаминыС витамины
С витамины

Быларҙың барыһында ла С витамины бар. Баҡтиһәң, витаминдарҙың да тыуған көндәре бар икән. Америка ғалимы Чарльз Глен Кинг 1932 йылдың тап ошо көнөндә – 4 апрелдә кәбеҫтәнән бер матдә бүлеп сығарып, уның төҙөлөшөн асыҡлай. Уны С витамины тип атай башлайҙар. Фәнни тикшеренеүҙәр уға тиклем дә була. Мәҫәлән, урыҫ ғалимы Николай Лунгин – 1880, ә венгр биохимигы Альберт Сен-Дьерди 1933 йылда фәнни тикшеренеү яһай.

С витамины – кеше организмы өсөн иң мөһим һәм файҙалы элемент. Миҙгелдәр алышынғанда, ҡыш көнө һыуыҡтан һаҡлай. Шуға өҫтәлегеҙҙән цитрус емештәр, алма өҙөлмәһен, атай-әсәйҙәр татлы кәнфит урынына кескәйҙәрҙе «аскорбинка»лар менән һыйлаһын ине.

Фото https://plodovyisad.ru/oblepixa-lyubimaya/ алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас