Етәкселәре Зөлфиә Буранбай ҡыҙы Кирәева менән матур-матур бейеүҙәр өйрәнеп, һәр сараны биҙәйҙәр. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, еңеү яулайҙар.
— Түңәрәктең VI I — VIII синыф уҡыусылары менән кисә генә «Йондоҙҙар йәйғоро» район бейеү бәйгеһендә ҡатнашып, II урын яулап ҡайттыҡ. Еңеү көнөнә арналған «Зәңгәр ҡулъяулыҡ» вальсы менән сығыш яһанылар. Ҡыҙҙар һәм малайҙар оҡшатып, теләп йөрөйҙәр, — ти етәкселәре.
Афарин, «Йәнгүзәл»дәр! Киләсәктә лә бейеүҙән айырылмайынса, сәхнә йондоҙо булып балҡырға яҙһын!
Был бейеүсе ҡыҙҙар һәм егеттәр кемдәр, тиһегеҙме? Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең «Йәнгүзәл» бейеү түңәрәге ағзалары улар!