+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Бөгөн — Халыҡ-ара ғаилә көнө

Ошо уңайҙан һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ! Һәр ғаиләгә именлек, татыулыҡ, мөхәббәтле, бәхетле ғүмер теләйбеҙ! Йортоғоҙҙан балаларҙың шат тауыштары тынмаһын, ғаилә усағығыҙ дөрләп янһын!

Был байрам 1993 йылдан башлап билдәләнә. Берләшкән Милләттәр ойошмаһы байрамды йәмәғәтселек иғтибарын ғаилә проблемаларына йүнәлтеү маҡсатында булдырған. Ғаилә ул — мөхәббәт, Ғаилә ул — шатлыҡ, Ғаилә ул — изгелек һәм мәрхәмәтлек, Ғаилә ул — бер-береңде аңлау һәм ышаныс, Ғаилә — ул балалар! Ә барыһы бергә ул — БӘХЕТ!

Фото: userapi.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас