+8 °С
Облачно
VKOKTelegram

Бөгөн — Иретеп йәбештереүселәр көнө

Был һөнәр 220 йыл элек барлыҡҡа килгән.

Иретеп йәбештереүҙе 1802 йылда ғалим Васлий Петров асҡан. Ул электр дуғаһы йоғонтоһонда юғары температурала металды иретеү ысулын уйлап тапҡан.

Иретеп йәбештереү – етештереү өлкәләренең айырылғыһыҙ өлөшө. Айырыуса төҙөлөштә, автомобиль сәнәғәтендә, ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуҙа.

Иретеп йәбештереүсе һөнәре яуаплылыҡ талап итә. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Әгәр төҙөлгән йорттар, саҡрымдарға һуҙылған газ торбалары, тимер юлдары сифатһыҙ эшләнһә, нимә булыр ине? Уйлауы ла ҡурҡыныс. Шуға күрә был һөнәрҙә осраҡлы ғына кешеләр эшләй алмай.

Иретеп йәбештереүсе кеүек ябай эшсе һөнәрҙәренә тоғро булған һәммәһен дә был байрам менән ҡотлайбыҙ. Эштәре уң барһын, именлек теләйбеҙ.

Фото: adsfactory.ru.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас