+28 °С
Болотло
VKOKМакс

Бөгөн — Китапханалар көнө

27 май — Рәсәйҙә китапханалар көнө. 1995 йылдың тап ошо көнөндә Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй китапханалар көнөн булдырыу» тигән указға ҡул ҡуйыла.

Был дата Рәсәйҙә 1795 йылда бөтәһе лә инә алырлыҡ тәүге китапхана асылыу көнө булараҡ билдәле. Ул ваҡытта был китапхана Императорҙың асыҡ китапханаһы тип аталған булһа, бөгөн был китапхана Рәсәй милли китапханаһы исемен йөрөтә.

Китапхана — элек-электән яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа өндәй торған, кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге булған урын. Кешеләр унда әҙәбиәт алыу өсөн генә килмәй, бында ул үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап, күңел йылыһын, мәшәҡәт донъяһынан арыныу ышығын эҙләй. Китапханасы һѳнәре бик яуаплы, сѳнки ул халыҡ менән эшләй. Әлеге кѳндә ул — педагог та, психолог та, агитатор ҙа, артист та.

Китапхана эшенең тарихы бөтә йәмғиәттең тарихы һәм мәҙәниәтендә мөһим урын биләй. Башҡортостан Республикаһында дүрт меңләп китапхана иҫәпләнә, уларҙың 1704 — халыҡ өсөн асыҡ, 1395 ауыл һәм 182 ҡала китапханаһы бар. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда дөйөм асыҡ китапханалар фонды 31399 берәмек тәшкил итә.
Китапханасы һөнәре йәмғиәттә иң талап ителгәндәрҙең береһе булып ҡала. Бөтә Рәсәй китапханалар көнө — ул китап эше белгестәре, библиографтар, китапханасылар, уҡытыусыларҙың ғына түгел, ә китап һөйөүселәрҙең дә байрамы.Ҡотлайбыҙ!

Сығанаҡ: kulturarb.ru

Фото: rbsmi.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас