+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн – Пушкин көнө

Бөйөк урыҫ яҙыусыһы Александр Сергеевич Пушкин беҙгә баһалап бөткөһөҙ ижади мираҫ ҡалдырған.

Бөгөн – Пушкин көнө
Бөгөн – Пушкин көнө

«Унылая пора, очей очарованье…» тигән юлдарҙы милләткә, дингә, йәшкә ҡарамайынса, һәр кемебеҙ яттан беләлер. Урыҫ әҙиптәр араһынан иң беренселәрҙән булып башҡорт халҡының тормошо менән ҡыҙыҡһынған ул. «Пугачёв тарихы» һәм «Капитан ҡыҙы» повестарын яҙғанда Ырымбур губернаһында башҡорттар менән аралаша. Александр Сергеевич үҙенең әҫәрҙәрендә уларҙы ғорур һәм ғәҙел, азатлыҡ өсөн көрәшеүселәр итеп һынландыра.

1997 йылда, шағирҙың тыуыуына 200 йыллығын байрам иткәндә, Президент Указына ярашлы Пушкин көнө дәүләт статусы ала. Бөгөн был байрамды Рәсәйҙең барлыҡ ҡалаларында ла билдәләйҙәр. Әҙиптең ижадына, әҙәбиәткә һәм урыҫ теленә бағышланған төрлө мәҙәни саралар уҙа.

Фото https://phonoteka.org/ алынды.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: