+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Кешелеклелек, мәрхәмәтлеклек, итәғәтлелек һәм изгелек ҡылыу кеүек күркәм сифаттарҙы үҙҙәренә туплаған был һөнәр эйәләре. Улар ярҙамға мохтаж кешене тыңлай һәм аңлай белә, йылы һүҙҙәре, яғымлы ҡараштары менән дә йыуата, күңелде күтәрә ала. Мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек  мәшәҡәттәрен еңеләйтергә ярҙам итеү өсөн дә күп көс һала үҙҙәре. Ә арабыҙҙа социаль хеҙмәткәрҙәрҙең ярҙамына  мохтаж булыусылар бихисап.

Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө
Бөгөн - Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө

Ошо өлкәлә эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе лә һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, бәхетле тормош һәм еңел булмаған эштәрендә сабырлыҡ, уңыштар теләйбеҙ!

Фото: gov.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: