+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө

81 йыл элек нәҡ ошо көндөң таңында Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Илебеҙ тарихында ҡара хәрефтәр менән яҙылған был дата Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә.

22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө
22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө

1941 йылдың 22 июнь таңында фашист Германияһы иғлан итеп тә тормайынса илебеҙгә ябырыла. Был көн йәкшәмбе була, Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө сәғәт 12-лә илдең барлыҡ мөйөшөнә, урамдарҙа, майҙандарҙа урынлаштырылған репродукторҙарҙан һуғыш башланыуы хаҡындағы хөкүмәт хәбәре еткерелә. 1418 көн көн һәм төн дауам иткән һуғышта СССР 27 миллионлаған халҡын юғалта. Был көндө беҙ һуғыш яланында батырҙарса һәләк булған, госпиталдәрҙә яраларҙан мәрхүм булған, концлагерҙарҙа бикле ятҡан кешеләрҙе иҫкә алып, улар алдында баш эйәбеҙ.

Фото: culture.ru

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: