+1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн - шоколад көнө!

Был татлы ризыҡты кем генә яратмай икән. Ә һеҙ бөгөн уның тыуған көнө икәнен белә инегеҙме? 

Бөгөн - шоколад көнө!
Бөгөн - шоколад көнө!

Шоколад бик борон барлыҡҡа килгән. 

Индеецтар какао ағасының емештәренән эсемлек яһағандар һәм уны “чоколатль” тип йөрөткәндәр. Ә Испания халҡы был эсемлекте сәй һәм ҡәһүә урынына ҡулланған, ләкин хаҡы бик ҡиммәт булған. Европала  тәүҙә шоколадты тәм-том тип ашамағандар, ә дарыу итеп ҡулланғандар.

Ысын, сифатлы шоколадта файҙалы матдәләр шаҡтай күп. Уны “бәхет гармоны” тип тә йөрөтәләр. Ҡараһы йөрәк өсөн бик тә файҙалы. Составында антиоксиданттар күп бит,шуға артериаль ҡан баҫымын кәметә. Көн һайын 100 грамм шоколад ашау йөрәк ауырыуҙарынан һаҡлай.

 

Фото: drogariasultrapopular.com.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: