Ни ғәләмәт, ҡайтып ҡараһа, таҫтамалға Исаның һүрәте сыҡҡан, имеш. Христиандар тәүҙә Верониканың таҫтамалындағы һүрәткә, артабан шулай иконаға табына башлағандарҙыр ҙа. Тәүге кеше йөҙөнөң һүрәтен күсереүсе Вероника шулай итеп фотографтарҙың алиһәһе булып китә.
Фотограф эше тәү ҡарауға ябай тойолһа ла, был - бик юғары оҫталыҡ талап иткән һөнәр. Улар һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә, сөнки әлеге заманда сифатлы,үҙенсәлекле матур фотолар эшләргә, креатив ижадсы булырға һәм ҡош тиҙлегендә бөтә ергә лә өлгөрөргә тейештәр.
Фауст кеүек: "Эй, гүзәл мәл, бер аҙға ғына туҡтасы!" – тип оҙаҡ матурлыҡ менән һоҡланырға мөмкин. Фотографтар иһә һәр бер гүзәл мәлде тоя һәм тота белеүҙәре менән беҙҙең маҡтауҙарға һәм ҡотлауҙарға лайыҡ.
Ошо форсаттан файҙаланып, үҙебеҙҙең “Йәншишмә” гәзитенең элекке фотографы, әле хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветераныбыҙ Игорь Александрович Киняпинды ла һөнәри байрамы менән ҡотлайбыҙ. Уға һаулыҡ һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Мәғлүмәт: vk.com