+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Был ниндәй көн икән?
18 Август 2022, 10:35

Бөгөн – Географтар көнө

Беҙҙә был датаны өс йыл элек кенә байрам итә башланылар.

Бөгөн  – географтар көнө
Бөгөн – географтар көнө

Географтарҙың илебеҙҙә генә түгел, донъя күләмендә күрһәткән ҡаҙаныштарын танып-белер өсөн һөнәри көн билдәләнде лә инде. Датаһы ла осраҡлы ғына һайланмаған, 1945 йылдың 18 авгусында император Николай I Урыҫ география йәмғиәтенең ваҡытлыса уставын ҡабул иткән. Бының төп маҡсаты йәш көстәрҙе урыҫ ерен өйрәнеүгә йәлеп итеү булған. Ысынлап та, Рәсәй Семёнов – Тян-Шанский, Даль, Врангель, Пржевальский, Миклухо-Маклай кеүек бик талантлы ғалимдар, тикшеренеүселәр, сәйәхәтселәр менән танылған.

Хәҙер инде был көндө ғалим-географтар ғына түгел, ошо өлкәгә ҡағылышлы бик күп һөнәр эйәләре, белгестәр, уҡытыусылар ҙа байрам итә.

2019 йылдың декабрендә география өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләп үтеү өсөн “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған географы” тигән маҡтаулы исем дә булдырылды.

Байрамығыҙ ҡотло булһын!

 

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: