Өфө ҡалаһының 108-се мәктәбе активистары ошо уңайҙан яҡындағы һәйкәлгә барып килде. Тыныс ваҡытҡа арналған һәйкәл Степан Злобин урамында урынлашҡан. Уҡытыусылары Гөлнара Сабир ҡыҙы Ниғмәтуллина етәкселегендә уҡыусылар сәскәләр һалды, яуҙа һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.