+2 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Иң яҡын кешем

Бөрйән районы Байназар мәктәбенән Динә Исмәғилова ебәргән хатты уҡыйыҡ.

Һәр кемдең үҙ ғүмерендә иң яратҡан кешеһе барҙыр. Минең өсөн иң яҡыны - әсәйем, сөнки ул беҙҙе тәрбиәләй, ярата, ашата, ярҙам итә һәм күп эштәрҙе беҙҙең өсөн башҡара.
‎Минең әсәйем - Исмәғилова Ләйсән Фәнис ҡыҙы. Ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, шуға беҙ мәктәптә лә бергәбеҙ. Ул урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Өйгә эште аңламаһаҡ, беҙгә ярҙам итеп ебәрә.

Мин әсәйемде бик ныҡ яратам. Ул - беҙҙе ошо донъяға тыуҙырыусы. Балаларын үҫтергәндә күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәргәнен үҙе генә белә. Беҙ уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Арыу-талыу белмәй, ауырлыҡтарға бирешмәй, һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшәүен генә теләйбеҙ. Һаулығы ныҡлы булһын әсәйемдең. Әсәйҙәр берәй ергә китһә, өй бушап ҡалған һымаҡ була.
‎Ҡәҙерлебеҙгә эшендә уңыштар, ғаиләбеҙ менән татыу ғына оҙаҡ йәшәүебеҙҙе теләйем.

Динә ИСМӘҒИЛЕВА,

Бөрйән районы,

Байназар мәктәбе.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас