Өйрәк бәпкәһе тыуғандан һуң беренсе күргән кешене инәһе тип иҫәпләй. Был күренеш импринтинг (һүрәтләү) йәки бәпкә синдромы тип атала.
Аҡ айыуҙарҙың тиреһе ҡара, ә йөндәре үтә күренмәле икән.
Мангалица тоҡомло сусҡалар һарыҡтарға оҡшаған.
Филдәр 50 миллион йыл дауамында эволюция этабын үткән.
Һыуҙы тәлмәрйендәр эсмәй, ә үҙҙәренең тиреләре менән һеңдерә икән.
Диңгеҙ йондоҙоноң һәр аяғының осонда күҙҙәре бар.
Бегемот бик яй ғына йөрөгән кеүек күренһә лә, ҡыҫҡа араға йүгереүсе 1-се разрядлы спортсы йөҙ метрлыҡ араны үткән тиҙлек менән йүгереүе мөмкин.
Көнсығыш Азияла канчиль тигән бәләкәй генә тояҡлы хайуан бар. Уның бейеклеге - ни бары 20 сантиметр. Ул беҙҙең төлкө кеүек хәйләкәрлек символы булып һанала. Төрлө япраҡтар менән туҡлана. Ҡулға еңел эйәләштерелә һәм кеше йортонда рәхәтләнеп йәшәй.