Беҙҙең ике тубырсыҡ бар ине, икеһе лә ныҡ итеп асылғайны. Береһен һыуға һалдыҡ.
Өс сәғәттән һыуҙағыһы тулыһынса ябылды. Ни өсөн ул шулайтты?
Сәбәбе бына ниҙә: тубырсыҡ һауаның дымлылығына ҡарап асыла һәм ябыла. Тышта ҡоро булһа, эсендәге орлоҡтарын ел осороп алып китһен өсөн тырпайып тора. Ямғыр йә ҡар яуыр алдынан ул йомолоп, орлоҡтарын дымдан һаҡлай.
Дуҫтар, тышта йөрөгән саҡта һеҙ ҙә ағастағы тубырсыҡтарға иғтибар итегеҙ әле. Күҙәтһәгеҙ, был хаҡта беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ. Редакцияның электрон почтаһы: [email protected].