+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
17 Октября 2024, 10:26

Үтте был матур көн...

Йәки Республика байрамы нимәһе менән иҫтә ҡалды?

Һәйкәлдәргә сәскәләр һалыу

11 октябрҙә Өфөлә Республика көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡурай моңо оҙатыуында шағир, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Был тантанала башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.
Радий Хәбиров Башҡортостандың күп милләтле халҡын Республика көнө менән ҡотлап:
– Байрамды яҡшы кәйефтә ҡаршылайбыҙ, – тине. – Әлбиттә, барлыҡ хәстәрлегебеҙ – махсус хәрби операция биләмәһендәге ир-егеттәребеҙ хаҡында. Ә беҙ уларға ярҙам итәбеҙ. Һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш, тип һәр ваҡыт әйтәм. Алға барырға кәрәк. Байрам менән!


Шайморатовсылар артты

Совет майҙанында 487 уҡыусы йәш шайморатовсы антын бирҙе. Тәүге илһөйәрҙәр синыфтары 2020 йылда туплан­ғайны. Улар Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында, 1-се һәм 2-се «Смарт» күп профилле полилингваль гимназияларында барлыҡҡа килде. Ә хәҙер Башҡорт­остан мәктәптәрендә 251 Шайморатов синыфы бар, уларҙа 6 меңдән ашыу уҡыу­сы белем ала. Батырыбыҙ исемен йөрөтөргә лайыҡлы булған иң-иң уҡыусылар ғына алына унда.

«Салют» балаларҙы ҡабул итергә әҙер

Байрам алдынан баш ҡалала реабилитация-белем биреү комплексы асылды. «Салют» элекке шифахана базаһында төҙөлдө. Бында көнөнә 250 кешегә иҫәпләнгән реабилитация үҙәге, медицина блоктары булған стационарҙар, балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәге, шулай уҡ 192 урынлыҡ «Йондоҙ» мәктәбе урынлашҡан. «Салют» йыл һайын һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 7 мең баланы хеҙмәтләндерәсәк, тип планлаштырыла.


Абхазиялағы кеүек колоннада

Хәҙер Ағиҙел йылғаһы буйында Баш­ҡортостан менән Абхазияның дуҫлығын кәүҙәләндереүсе һәйкәл бар. Колоннада нигеҙенә тәүге таш теүәл бер йыл элек – 11 октябрҙә һалынғайны. Ул – Сухумдағы архитектур ҡоролманың күсермәһе. Ике республика етәксеһе колоннаданы тантаналы рәүештә бергәләп асты. Үткән быуаттың 20-се йылдарындағы аслыҡ ваҡытында тап Абхазия беҙгә аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән. Ә үҙҙәрендә азатлыҡ һәм бойондороҡһоҙлоҡ өсөн көрәш башланғас, халҡыбыҙ уларға ярҙам ҡулы һуҙа. Быларҙың барыһы ла онотолмай.

10 октябрь – Ҡурай көнө

Ете ай элек Башҡортостан дәүләт ҡурайсылар ансамбле төҙөләсәге хаҡында бойороҡ сыҡҡайны. Азат Айытҡолов етәкселегендәге төркөм Республика көнө уңайынан тәүге концертын бирҙе. Тарихи ваҡиға аҙағында Радий Хәбиров милли уйын ҡоралыбыҙҙы һаҡларға һәм таратырға кәрәклеген, шуға республикала йыл һайын Ҡурай көнөн билдәләйәсәгебеҙҙе белдерҙе.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас