+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Былар ҡыҙыҡлы
28 Мая 2025, 09:29

Кем иғтибарлыраҡ?

Ҡәҙерле уҡыусылар! Түбәндәге шаян мәсьәләләрҙе иғтибар менән уҡып сығығыҙ әле. Яуап бирер алдынан ныҡлап уйлағыҙ.

Кем иғтибарлыраҡ?Кем иғтибарлыраҡ?
Кем иғтибарлыраҡ?

Беренсе мәсьәлә
Бер кеше үҙенең дуҫына былай тип зар­лана:
– Ҡара әле, дуҫ кеше, ни өсөндөр трико һатып алып, кейә башлаһам, уның тубыҡ тәңгәле оҙаҡламай туҙып, тишелә башлай. Тиҙ туҙмаһын өсөн нимә эшләргә була икән?
– Артыҡ бер ни ҙә эшләргә кәрәкмәй бында! Трикоңды бер көн – алдын артҡа ҡаратып, ә икенсе көн артын алға ҡаратып кей.
Был кеше ғәйәт тыңлаусан булып сыға. Тап дуҫы әйткәнсә эшләй ул.
Һорау. Әлеге дуҫының кәңәше буйынса кейелә башлаған ыштандың тубыҡтары ҡай­һы яҡтан тишеләсәк? Ал яҡтанмы әллә арт яҡтанмы?
Берәүҙәр ошо мәсьәләне сискәндә төп һорауға яуап эҙләр урынға: «Салбарҙы улай кейеү уңайһыҙ» йә «Улай ярамай бит», тип фәлсәфәгә төшөп китә. Шундай нескәлектәргә бирелмәй генә уйлап ҡарағыҙ әле.
Икенсе мәсьәлә
Ике егет, Ишәй менән Ҡушай, алыҫ ҡына юлға сыға. Әммә уларҙың икеһенә бер генә ат була. Береһенең дә йәйәү бар­ғыһы килмәй. Ишәй әйтә:
– Әйҙә шыбаға тотошайыҡ! Кем өҫкә сыға – шул һыбайлап барһын, ә кем аҫта ҡала – йәйәүләп…
– Уның нимәһен шыбаға тотошоп торор­ға, – ти Ҡушай, – әйҙә ошолай эшләйек: мин һыбайлағанда, һин йәйәүләп барыр­һың, ә һин йәйәүләгәндә, мин һыбайлармын.
Ишәй, оҙаҡ уйлап тормай, дуҫы менән ризалаша.
Һорау. Был егеттәр мәсьәләне ғәҙел хәл иттеме әллә береһе отолоп ҡалдымы? Ни өсөн?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас