

Был үҙенсәлекле күргәҙмәне Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының төбәк бүлексәһе, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо. Осрашыуға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балалары килде.
– “Геройҙарға – дан һәм хөрмәт” тип аталған сараны Рәсәй көнөнә бағышланыҡ. Төрлө мәҙәни үҙәктәр күргәҙмәгә эштәрен килтерергә ҡушҡуллап риза булды, – ти ойоштороусыларҙың береһе Сәлиә Сабит ҡыҙы Ҡужәхмәтова.
Был көндө бер нисә төркөм бала халыҡтар мәҙәниәте менән таныша алды. 2-се республика күп профилле полилингваль “СМАРТ” гимназияһынан 15 уҡыусы килгән. Директор урынбаҫары Миләүшә Рамаҙан ҡыҙы Ғирфанова:
– Аталары махсус хәрби операцияла булған балаларҙы ғына түгел, тағы ла “Йыуаса” кулинар түңәрәгемә йөрөүселәрҙе лә йыйып алдым. Уларҙа төрлө милләт ризығы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасағына шигем юҡ ине, – тине. – Айырыуса оҫталыҡ дәрестәре оҡшаны, бетеү эшләргә өйрәнделәр. Каникулға сығыуҙары ҡамасауламаны уларға, теләп килделәр.
Уҡытыусыларына: “Ә бындай күргәҙмә тағы ла буласаҡмы?”, “Беҙ иртәгә лә килербеҙме икән?” – тип һорауҙарын яуҙырған балалар теләр-теләмәҫ кенә ҡайтып китте. Икенсе төркөмдәр көтә ине шул. Ойоштороусылар уларҙы тағы ла саҡырырға вәғәҙә бирҙе.