+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фидан Ғафаровтың концерттары үтәсәк

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының күренекле актёры, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Фидан Ғафаровтың концерттары үтәсәк. Был концерттар уның ижади эшмәкәрлегенә 55 йыл тулыуға бағышланасаҡ.

Фидан Ғафаровтың концерттары үтәсәк
Фидан Ғафаровтың концерттары үтәсәк

Яратҡан йырсыбыҙҙың концерттары Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 12, 13 октябрҙә көтөлә. Бында уның хеҙмәттәштәре, Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Нурия Ирсаева, Башҡортостандың халыҡ артистары Светлана Хәкимова, Илдар Ғүмәров һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаров, ҡыҙы Самира ла йырлаясаҡ. Йыр-моң байрамында тамашасыларҙың яратҡан йырҙары менән бер рәттән яңылары ла яңғыраясаҡ. Актёр үҙенең тормошо һәм ижад юлы тураһында ла һөйләйәсәк.

 

 

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: