Уның һүҙҙәренсә, коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр айҡанлы концертты үткәрмәҫкә тура килә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, әле республикала 30-ҙан ашыу кеше ҡатнашлығында саралар ойоштороу тыйыла.
– Декабрҙә лә кисектерербеҙ, тип ҡурҡам. Сөнки илдәге хәл-ваҡиға аңлашылмай, һаман да локдаундар дауам итә. Күптәрҙең билет һатып алыр өсөн QR-коды юҡ. Шуға күрә концерттарҙы яңы йылдан башларға уйлайбыҙ, тик был әлегә аныҡ ҡына түгел әле. Бәлки, декабрҙә бер нисә майҙансыҡта булыр, – тине Радик Юлъяҡшин.
Фото: https://newsbash.ru/.