+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Һеҙ табынған йондоҙҙар
26 Декабрь 2021, 13:29

Элвин Грей ҡайҙа китергә йыйынған?

Танылған йырсы Элвин Грей ваҡытлыса Рәсәйҙе ҡалдырып китергә йыйына.

Элвин Грей ҡайҙа китергә йыйынған?
Элвин Грей ҡайҙа китергә йыйынған?

Уның менеджеры әйтеүенсә, ул бөтә Яңы йыл корпоративтарын үткәреүҙе кире ҡағып, яңы альбомын булдырыу өҫтөндә эшләү өсөн ай ярымға Таиландҡа күсенә. Элвин Грей лейблы ковидҡа ҡаршы сикләүҙәр арҡаһында сығымдарын оптимәлләштерергә мәжбүр булған: Мәскәү филиалы ябылған, музыкаль проекттары башланғансы Өфөлә фатиры тора әле.

– Лейбл артистары менән килешеүҙәр ғәмәлдән сығарылды. Барлыҡ артистар үҙ-ара эш итеү формаларына күсерелде. Радик Таиландҡа яңы альбомын эшләү өсөн күсә. Артист гастроль эшмәкәрлеген 2022 йылдың февралендә башлаясаҡ, – тип хәбәр итә уның продюссеры Александр Слюсаренко.

Ул артистың ҡатыны Инзилә Фәтхетдинова менән китеүен дә белдерҙе.

 

 

 

Фото: интернет селтәренән.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: