Ҡаты бәрелеүҙән туҡталыш емерелә, ә еңел машина бетон плитәләр өйөмө аҫтында ҡалып арыу ғына зыян күрә. Шуныһы бигерәк тә аяныс, автомобиль салонында ике сабый ҙа була. Ете йәшлек малай менән дүрт кенә йәшлек ҡыҙыҡай. Төрлө тән йәрәхәттәре алған балаларҙы Яңауыл районының үҙәк дауаханаһына оҙаталар.
Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, “Волга” машинаһы менән идара итеүсе атай кешенең эскән килеш руль артына ултырыуы асыҡлана, етмәһә балаларын да ултыртып алған бит әле. Авария фажиғәһе тәгәрмәскә зыян килеү сәбәпле килеп сыҡҡан икән. Юлдарҙа бигерәк та һаҡ, һәм уяу булырға кәрәк шул.
Фото: Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһы матбуғаты хеҙмәте.