Пермь дәүләт милли тикшеренеү университетындағы атыш илде йәнә ҡайғыға сорнаны. Ошо уҡыу йорто студенты булған егет һигеҙ кешене атып үлтергән, 20-нән артыҡты йәрәхәтләгән. Әле уны ҡулға алғандар.
Республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге Советына һәм республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына Пермдәге хәл беҙҙә ҡабатланмаһын өсөн республиканың белем биреү учреждениеларында хәүефһеҙлек сараларын көсәйтергә ҡушты.
Фото: radiosputnik.ria.ru