Фажиғә
23 Июня 2025, 10:58

Тәҙрәнән осоп төшөп һәләк булған

Әлеге лә баяғы балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу.

Тәҙрәнән осоп төшөп һәләк булғанТәҙрәнән осоп төшөп һәләк булған
Тәҙрәнән осоп төшөп һәләк булған

Ял көндәрендә ике тәҙрәнән осоп төшөү осрағы теркәлгән. Нефтекама ҡалаһында йәш ярымлыҡ бала дүртенсе ҡаттан ҡолаған. Дауаханала табиптар уның ғүмере өсөн көрәшкән мәлдә сабыйҙың йөрәге өс тапҡыр туҡтай. Ҡотҡара алмайҙар шул...

Ә Стәрлетамаҡта 7 йәшлек ҡыҙыҡай икенсе ҡаттан осҡан. Тәҙрә селтәренә таянған. Бер нисә урындан һөйәктәре һынған, тип хәбәр итәләр. 

Балаларҙы үҙҙәрен ҡалдырмағыҙ, зинһар!

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас