+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
27 Декабря 2021, 05:40

Ҡыҙҙар "Йәншишмә"ле булды

Яңы йыл етеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был байрамды бар балалар ҙа ҙур түҙем­һеҙлек менән көтә.

Ҡыҙҙар "Йәншишмә"ле булдыҠыҙҙар "Йәншишмә"ле булды
Ҡыҙҙар "Йәншишмә"ле булды

Улай ғына түгел, хатта өлкәндәр ҙә ҡыуаныслы яңылыҡҡа, яҡшы хәбәргә һәм дә ниндәйҙер иҫтәлекле ваҡиғаға өмөт итә. Ә бына серле бүләкте ҡабул итеү – бигерәк шатлыҡлы мәл бит ул! Беләһегеҙме, Туймазы районы Өйәҙетамаҡ мәктәбенең ике уҡыусыһы бүләк алып та өлгөргән. Кемдәр, тиһегеҙме? Улар – VIII cиныф уҡыусыһы Алина Шакирова менән IX синыф уҡыусыһы Эльвина Мөхәмәҙиева. Ҡыҙҙарға яратҡан уҡытыусылары Мәрхәбә Әбделхәбир ҡыҙы Иғтисанова баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында әүҙем ҡатнашҡандары өсөн «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырып, квитанцияһын бүләк иткән.

Зөһрә ХӘКИМОВА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас