+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
3 Апрель 2022, 13:05

Бишенселәргә - "бишле"!

Был һүрәттәге мөләйем, ихлас ҡыҙҙар һәм малайҙар – V синыф уҡыусылары. Улар – «Йәншишмә»нең дуҫтары. Гәзитте көтөп алалар. Башҡорт әҙәбиәте дәресендә, синыф сәғәттәрендә ҡулланалар. Өйҙә ата-әсәләре менән бергәләп кроссвордтарҙы сисәләр.

Бишенселәргә - "бишле"!
Бишенселәргә - "бишле"!

Бишенселәр синыф етәкселәре Гөлфиә Шәрифулла ҡыҙы Баязитова менән күңелле йәшәй. Уңғандар, тырыштар, әүҙемдәр. Яҙғы каникулды яҡшы кәйеф менән ҡаршыланылар. Синыфтағы туғыҙ уҡыу­сының алтауһы «дүртле»гә һәм «бишле»гә генә өлгәшә. Уларҙы китапханабыҙҙа ла йыш осратырға мөмкин. Төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашырға, бейеү түңәрәгенә йөрөргә, ауыл клубы сәхнәһендә сығыш яһар­ға ла өлгөрәләр.
Бигерәк тә Айгөл Ялалова, Эльмира Баязитова, Динара Тәҡиуллина, Рәүилә Ғарипова, Данияр Йыһангиров, Наҙгөл Ғәлимовалар­ҙы маҡтағы килә. Синыфтың ғына түгел, мәктәптең ышанысы, ғорурлығы бит улар. Вилдан Ғәлләмов менән Илнур Тәҡиуллин спорт ярата, ә Регина Ғәлләмова иншаларҙы матур йөкмәткеле итеп яҙа.

Сәүиә ЗАКИРОВА.
Белорет районы,
Ғәбдөк ауылы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: