+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
18 Август 2022, 15:52

ИҒТИБАР: КОНКУРС!

Ҡәҙерле дуҫтар! Гәзит-журналдарға 2023 йылдың тәүге яртыһына алдан яҙылыу дауам итә. Был акция 31 авгусҡа тиклем барасаҡ. «Йәншишмә»беҙҙең «Бәйләнештә»ге социаль төркөмө 1 сентябрь – Белем көнөнә арнап, гәзит уҡыусылары араһында «БЕРЕНСЕ СИНЫФҠА БАРАМ» конкурсы ойоштора.

ИҒТИБАР: КОНКУРС!
ИҒТИБАР: КОНКУРС!

Бының өсөн һәр ҡатнашыусы «Йәншишмә» баҫмаһын мәктәпкә барыусы балаға бүләк-гәзит эшләй. Шунан яҙылыу квитанцияһының күсермәһен, артабан буласаҡ уҡыусы тураһында яҙып, редакцияға фотоһы менән ебәрергә кәрәк. Артабан мәҡәлә сыҡҡас, үҙенең сәхифәһенә репост эшләргә тейеш.

Әгәр конкурста ҡатнашыусы  https://vk.com/club45440006  төркөмөбөҙҙә булмаһа, рәхим итегеҙ!

Бәйгелә махсус ҡушымта буйынса иң күп тауыш йыйыусыға редакцияның Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләк тапшыраласаҡ!

Хөрмәтле дуҫтар, һеҙҙән матур фотолар көтәбеҙ!

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: