+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
16 Сентябрь 2022, 14:40

Артём велосипедлы булды

Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт мәктәбендә һөйөнөслө  хәбәр таралды.  Ныҡ һөйөнөслө шул! X синыф уҡыусыһы Артём Хизбуллин  “Йәншишмә”  гәзите ойошторған “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, төп приз велосипед отҡайны, ул бүләген алып ҡыуанды! Хатта көнләшерлек тә шул. Ә бит гәзиттең баш мөхәррире   Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов үҙе мәктәпкә килеп, бүләк-велосипедты  тапшырҙы!  

Артём велосипедлы булды
Артём велосипедлы булды

Етмәһә, велосипед бик шәп хужаға эләкте. Артём – "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүсе,  республика балаларының  "Башҡортостан ынйылары" конкурсында "Артислыҡ һәләте өсөн"  номинацияһы еңеүсеһе булһа, мәктәптең "Аҡйондоҙ" интеллектуаль ижад төркөмөнөң алмаштырғыһыҙ нәфис һүҙ оҫтаһы.

Өйҙә – атаһы Динарға  төп ярҙамсы, һеңлеләре Арина менән Рианаға – ныҡлы терәк,  яғымлы, ышаныслы ағай.

Ә һеҙ, дуҫтар, 2023 йылдың беренсе  ярты йыллыҡҡа гәзиткә яҙылдығыҙмы? Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ! "Яҙыл да бүләк от!" уйыны ла дауам итә. Яҙылыу квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.

“Йәншишмә”гә яҙылыу  ярты йылға – 613 һум 20 тин. Индексы – П2765.

 Бер йылға –  1 мең 123  һум 98  тин. Индексы – П3371.

Артём велосипедлы булды
Артём велосипедлы булды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: