Ниндәй генә ҙур булмаһын, һәр йылға кескәй генә шишмәнән башлана, яйлап көс ала, үҫә һәм ҙур даръяға әйләнә. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн донъя күргән был кескәй баҫма тап ошо сихри көскә эйә.
«Йәншишмә» гәзитен уҡып үҫкән балалар, шул иҫәптән уның йәш хәбәрселәре республикаға дан өҫтәгән дәүләт эшмәкәрҙәре, сәнғәт оҫталары, яҙыусылар, ғалимдар, табиптар, төрлө өлкәләге белгестәр булып танылды. Улар барыһы ла бала саҡтан ошо рух сығанағынан көс, белем алып, ҙур шәхес булып үҫкән.
Киләсәктә лә «Йәншишмә» тормошобоҙҙо матурлауға, балаларҙы тырыш, уңған, әҙәпле, тәртипле итеп үҫтереүгә тос өлөш индереүсе саф шишмә булып ҡалыр, тип ышанам.
Редакция коллективына, төрлө быуын авторҙарына, ветерандарға республикабыҙ киләсәген үҫтереүгә, балаларҙы тәрбиәләүгә һалған изге хеҙмәттәре өсөн ысын күңелдән рәхмәтемде белдерәм.
«Йәншишмә» йәшәһен, тормошобоҙҙо нурлаһын, балаларға ысын дуҫ булһын!
Барығыҙға ла бәхет, именлек, ижади уңыштар теләйем!
Радий ХӘБИРОВ,
Башҡортостан Республикаһы Башлығы.