

Ул, Будапешттағы биҙәү-ҡулланма сәнғәте академияһы уҡытыусыһы булараҡ, студенттарға математика теорияһын еңелерәк юл менән аңлатыу йәһәтенән 27 кубиктан торған йыйылма уйлап таба, уның ҡырҙары төрлө төҫтәрҙә була. Көтмәгәндә Рубик тарафынан Венгрияла патент алынған нәмә бик мауыҡтырғыс башватҡыс уйынсыҡ була. Уның тәүге партияһы 1977 йылда тыуған яғында сығарыла. Башта уйынсыҡ-башватҡыс «Тылсымлы куб» исемен йөрөтә.Немец эшҡыуары Тибор Лаци кафеларҙың береһендә кубты күреп ҡалғас, донъя кимәленә билдәлелеккә сығарыуға юл асыла. Ул Рубиктың уйлап тапҡан әйберен донъяға танытырға тотона. Был 1980 йылда була. Ошонан башлап башватҡыс уйынсыҡ Рубик кубигы исемен йөрөтә башлай. Әле лә ул бик популяр, хатта халыҡ-ара кимәлдә чемпионаттар ҙа ойошторолоп тора.