+14 °С
Ясно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
14 Июля 2021, 03:18

Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!

Тәмле лә, файҙалы ла ҡарағат емешен кем генә яратмай икән?! Был ҡыуаҡ XI быуатта монастырь баҡсаларында үҫтерелә башлай, унан бөтә Европа буйлап тарала.

Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!
Ҡарағат көнө менән, дуҫтар!

Рәсәй – ҡарағат үҫтереү буйынса лидерҙар рәтендә. Илебеҙҙә әлеге ҡыуаҡтың ҡыҙыл, ҡара һәм аҡ төрҙәре киң таралған. Улар С, B12, Е һәм А витаминдарына, шулай уҡ калий, кальций, тимер, натрийға бай. Ҡара ҡарағатта С витамины бигерәк тә күп. Организмды тәьмин итер өсөн көн һайын был емеште 50 грамм ашау тәҡдим ителә. Уның япраҡтары ла файҙалы. Иммунитетты нығытыу өсөн сәйҙәр, төнәтмәләр яһайҙар.

Тәмлекәс емештең мөһимлеген күрһәтеү өсөн 14 июлдә Ҡарағат көнөн билдәләү хәл ителгән. Рәсми байрам булмаһа ла, был көндө баҡсасылар ҡарағат фестивалдәре, төрлө конкурстар үткәрә, ҡыуаҡлыҡты үҫтереү серҙәре менән бүлешә.

 

Фото: https://kartoska.ru/belaa-smorodina/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас