

Кешенең кәйефен, уй-кисерештәрен, шулай уҡ төрлө әйберҙәрҙе һынландырыусы был билдәләр айырым тормош күренештәрен дә күрһәтә ала. Был график тел «эмодзи» йәки «эмоджи» тигән атама алған.
Байрам рәсми рәүештә билдәләнмәһә лә 2014 йылдан алып бик популярлыҡ яулаған. Уның үҙенең шәхси сайты ла бар, интернет селтәре тәҡдим иткән төрлө мөмкинлектәр һәм социаль селтәрҙәрҙе ҡулланып, флешмобтар уҙғарыла.
«Эмоджи» һүҙе япон теленән тәржемә иткәндә «һүрәт» һәм «билдә, символ» тигәндә аңлата, йәғни, «һүрәттә билдә» була инде. Тәүге смайликтарҙы пейджерҙарға 1990 йылдар башында япон егете Сигетака Курита эшләгән. Унан инде кеҫә телефондары һәм компьютерҙарға күскән.