+18 °С
Облачно
VKOKМакс
Иҫтәлекле көндәр
22 Июля 2021, 03:36

Бөгөн – Бөтә донъя мейе көнө

Һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең һәм дәүләт органдарының иғтибарын сәләмәтлеккә йәлеп итеү өсөн федерациялар, табип-белгестәр ойошмалары һаулыҡҡа йәки организмдың айырым ағзаларына арналған иҫтәлекле көндәр булдыра. Ошо йәһәттән Бөтә донъя неврология федерацияһы Бөтә донъя мейе көнөнә нигеҙ һалып, 22 июлдә билдәләнә башлай.

Бөгөн – Бөтә донъя  мейе көнөБөгөн – Бөтә донъя  мейе көнө
Бөгөн – Бөтә донъя мейе көнө

Барыбыҙға ла билдәле булыуынса, баш мейеһе кешенең үҙәк нервы системаһының төп ағзаһы булып тора. Медицинаның алға китеүенә, төрлө асыштар яһалыуға ҡарамаҫтан, уларҙы тикшереү дауам итә, уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле асылмаған серҙәрҙе өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле.

Был көндө 1957 йылда ойошторолған Бөтә донъя неврология федерацияһы Бөтә донъя мейе көнөнә арнап саралар ойоштора. Әлеге үткәрелгән форумдар, конференциялар, съездарҙа неврология өлкәһендә алдынғы белгестәр, операция яһаусы нейрохирургтар, ғалимдар, неврологтар һәм невропатологтар йыйыла. Бында тәжрибә уртаҡлашалар, дауалауҙың яңы юлдарын эҙләйҙәр.

Баш мейеһе сәләмәтлеген күтәреү өсөн табиптар нимә эшләргә ҡуша һуң? Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға, насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға, сәләмәт йоҡларға, файҙалы ризыҡтар менән генә туҡланырға, саф һауала күберәк йөрөргә, физик күнекмәләр яһарға, мейене күнектерергә (уҡыу, кроссвордтар, башватҡыстар сисергә) кәңәш бирә.

 

 

Фото: https://vk.com/wall-113819265_1633.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас