+28 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
26 Июля 2021, 03:26

Бөгөн – Парашютсы көнө!

Йыл һайын 26 июлдә был спортты яратыусылар һәм үҙ эшенең оҫталары Парашютсы көнөн билдәләй.

Бөгөн – Парашютсы көнө!Бөгөн – Парашютсы көнө!
Бөгөн – Парашютсы көнө!

Тарихҡа күҙ һалғанда 1930 йылдың тап ошо көнөндә Мәскәү хәрби округының 11-се авиация бригадаһы осоусылары һәм механиктары төркөмө Леонид Минов етәкселегендә бер нисә тапҡыр самолёттан парашют менән һикерә. Воронеж янында тәүгә генә үткән был ваҡиға СССР-ҙа парашют спортын үҫтереүгә нигеҙ һала. Рәсми рәүештә раҫланмаһа ла ошо уңайҙан парашют яратыусылар һәм әлеге профессия кешеләре һөнәри байрамдарын булдырып, байрам итә башлай.

Ә инде 1931 йылдың аҙағында совет парашютсылары тарафынан 600-гә яҡын күнекмә һәм күрһәтмә һикереш яһала. Йәш инструкторҙар парашюттан һыуға, тәрән ҡарға, ҙур бейеклектән төндә һәм оҙайлы һикереү яһап ҡарай.

1929 йылдың аҙағында партия һәм хөкүмәт хәл итеүе буйынса авиация һәм һауала осоу өсөн парашюттар ҡулланыу мотлаҡҡа әйләнә.

Бөгөн иһә Рәсәйҙә самолёттан, аэростаттан һәм башҡа осоу аппараттарынан парашют менән 10 меңләгән һикереш яһала. Парашюттар авиацияла, әрмелә, спортта һәм кешелектең башҡа өлкәһендә киң ҡулланыла, парашют спорты буйынса ярыштар ҙа уҙғарылып тора.

 

 

Фото: http://www.gifshine.ru/publ/prazdnichnaja_animacija/ostalnye_prazdniki/69-19.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас