+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
27 Июля 2021, 03:20

27 июль – Гамбургерҙың тыуған көнө

Ике ҡат күмәс араһына ит, витаминлы салат, кетерләп торған маринадланған ҡыяр менән һуған, кетчуп, сыр һалынған ризыҡты кем генә яратмай икән?! Был бик тә популяр, күптәр яратҡан гамбургер ул.

27 июль – Гамбургерҙың тыуған көнө27 июль – Гамбургерҙың тыуған көнө
27 июль – Гамбургерҙың тыуған көнө

27 июлдә уның тыуған көнө билдәләнә. Шундай ризыҡтың булыуына ресторатор Луи Лэссенға рәхмәтлебеҙ. Ул Нью-Хейвен ҡалаһында килеүселәрҙе тәүге тапҡыр үҙенсәлекле бутерброд менән һыйлаған. Ә билдәле McDonalds корпорацияһы етәкселеге белдереүенсә, 1880 йылда Техас штатынан Флетчер Дэвис иң беренселәрҙән булып үҙенең гамбургерын әҙерләгән.

Тағы ла шундай мәғлүмәт тә билдәле: Лесковац тигән ҡалала был ризыҡты яратыусылар йәшәй икән. 2010 йылда аш-һыу оҫталары донъялағы иң ҙур гамбургерҙы әҙерләгән. Уның ауырлығы 29 килограмды тәшкил иткән, эслек өсөн 51 килограмм ит тотонолған.

 

 

Фото: https://vk.com/gazeta59.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас