+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
5 Августа 2021, 04:42

Бөгөн – Халыҡ-ара светофор көнө

Бындай байрам барлығын күптәрегеҙ, бәлки, белмәйҙер ҙә әле. Халыҡ-ара светофор көнө йыл һайын 5 августа билдәләнә.  

Бөгөн – Халыҡ-ара светофор көнөБөгөн – Халыҡ-ара светофор көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара светофор көнө

Был ҡоролманың тыуған көнө булып 1914 йылдың 5 авгусы иҫәпләнә. Был көндө Кривленд ҡалаһында тәүге светофор ҡуйыла. Унда сиратлап ҡыҙыл һәм йәшел төҫ яна, береһе икенсеһенә күскән саҡта оҙон тауыш сыға.

Яһалма көйләүсенең «ҡарт ҡартатаһы» XIX быуатта инглиз Д. Найт тарафынан уйлап табылған. Уның ҡоролмаһы 1868 йылда Лондон парламенты эргәһендә ҡуйылған. Шуға ҡарамаҫтан, светофорҙың тыуған көнө тип әлеге көн билдәләнгән.

XX быуаттың 20-се йылдарында Нью-Йоркта һәм Детройтта өс төҫтәге светофорҙар барлыҡҡа килә. Шулай улар Америка ҡалаларында ғына түгел, бөтә донъя буйлап тарала. СССР-ҙа тәүге светофор Ленинградта 1930 йылдың башында ҡуйыла. Ошо йылдың декабрендә Мәскәүҙә йәшәүселәр ҙә был ҡоролманың хеҙмәттәре менән ҡуллана башлай.

 

 

Фото: https://100cards.ru/prazdniki-v-avguste/den-svetofora/17804-den-svetofora-5.html.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас