+16 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
8 Августа 2021, 04:00

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнө

Август айының икенсе йәкшәмбеһендә татлы һөнәр эйәләре байрамдарын билдәләй. Уларҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.  

Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнөБөгөн – Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнө
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһы умартасылары көнө

Умартасыларҙың тырыш хеҙмәте менән алынған бал һәм унан эшләнгән продукттар бөгөн ҙур һорау менән файҙаланыла. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә, сит илдәргә лә оҙатыла. Йыл һайын республика умартасылары умартасылыҡ продукттары нигеҙендә аҙыҡ-түлек, дауалау-профилактика һәм косметик продукция эшләгәне, етештергәне өсөн бик күп халыҡ-ара һәм Рәсәй наградаларына лайыҡ була.

Республикабыҙҙа умартасылыҡты үҫтереүгә ҙур ярҙам күрһәтелә. Был перспективалы тармаҡты үҫтереү буйынса маҡсатлы программа уңышлы ғәмәлгә ашырыла. Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, умартасылыҡ кәрәк-яраҡтары етештереү буйынса предприятиелар, белгестәр әҙерләү буйынса белем биреү учреждениелары эшләй.

 

 

Фото: https://ufaved.info/articles/news/na_ippodrome_akbuzat_prokhodyat_konkurs_pchelovodov_i_medovaya_yarmarka/.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас