+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
10 Сентября 2021, 04:19

Мейәстә кескәйҙәр башҡорт телен өйрәнәсәк

Яңы уҡыу йылынан Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһындағы 88-се, 99-сы балалар баҡсаларында өлкән төркөмдәрҙә башҡорт теле өйрәнелә башлаясаҡ.

Мейәстә кескәйҙәр башҡорт телен өйрәнәсәкМейәстә кескәйҙәр башҡорт телен өйрәнәсәк
Мейәстә кескәйҙәр башҡорт телен өйрәнәсәк

Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында туған телде өйрәнеү мәсьәләһе республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре Силәбе өлкәһенә рәсми эш сәфәре менән килгән ваҡытта башҡорт йәмәғәтселеге тарафынан күтәрелгәйне.

Әйтергә кәрәк, мәғариф һәм фән министрлығы башҡорт халҡы күп йәшәгән Рәсәй төбәктәрендәге белем биреү учреждениеларында башҡорт телен өйрәнеүҙе ойоштороу буйынса йыл һайын ярҙам күрһәтә. 2019 йылдан алып Рәсәй төбәктәренә 25 меңдән ашыу дана уҡыу-методик әҙәбиәт, эш дәфтәрҙәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программалар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарын йыһазландырыу өсөн 20 комплект-стенд алып барып еткерелгән. Күрше өлкәләрҙән 53 педагог «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы» һөнәре буйынса әҙерлек үткән, 82 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы бушлай һөнәри оҫталыҡтарын арттырған.

 

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас