+27 °С
Облачно
VKOKTelegram
Иҫтәлекле көндәр
10 Ноября 2021, 03:00

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Йыл һайын 10 ноябрҙә Рәсәйҙә Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Был байрам тарихы 1715 йылда башланғыс ала. Тап ошо ваҡытта Пётр I Рәсәйҙә йәмәғәт тәртибе һағы хеҙмәтен булдыра һәм уны полиция тип атай. Грек теленән тәржемә иткәндә «дәүләт менән идара итеү» тигәнде аңлата.  

Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөБөгөн – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн – Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Октябрь революцияһынан һуң 1917 йылдың 10 ноябрендә РСФСР-ҙың Эске эштәр халыҡ комиссариатының ҡарары менән революцион йәмәғәт тәртибен һаҡлар өсөн эске милиция булдырыла. Башта милиция урындағы Советтар ҡарамағында була, унан – Эске эштәр халыҡ комиссариаты структураһында, ә 1946 йылдан Эске эштәр министрлығына күсә.

Был байрам оҙаҡ йылдар Милиция көнө тип билдәләнә. 2011 йылдың 1 мартында «Полиция тураһында» яңы ҡанун үҙ көсөнә ингәс, байрамдың исеме алыштырылып, Рәсәй Федерацияһының Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө тип йөрөтөлә башлай.

Байрамығыҙ менән!

 

 

Фото: https://www.babaevo-adm.ru/?p=34584&newsline_pl_date=2020-08-26

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас